Ваҡытында вакцина эшләтеү КОВИД-19 сирен еңелерәк үткәрергә һәм тиҙерәк аяҡ баҫырға булышлыҡ итә, ти,табиптар. Байрам көндәрендә һәм байрамдан һуң да терапевтар, процедура эшләүсе шәфҡәт туташтары пациенттарҙы вакцинациялауға көтөп ҡала. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺәр вакцина өсөн айырым ҡумта бүленгән. Улар бөтәһе лә 29 градус һыуыҡта һаҡлана. Өфөнөң 18-се дауаханаһының 2-се поликлиникаһында прививкаларҙы процедура шәфҡәт туташы Ғәҙилә Шәйәхмәтова яһай.
Поликлиникала орви һәм ковид-19 менән зарарланыусылар айырым ҡабул ителә. Киҫкен респиратор сирҙәр менән зарарланыусылар икенса ҡатта ҡарала, ә КОВИД-19 инфекцияһына ҡаршы прививка өсөнсө ҡатта эшләнелә. Пациенттарҙы ҡабул итеүсе терпевт та, вакцина яһатыусыларҙың инфекцияны еңелерәк формала үткәреүен дәлилләй.
Ковидҡа ҡаршы прививка яһау пункттары дүшәмбенән шәмбегә тиклем иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй
Ковид-19 менән сирләгәндән һуң, ярты йыл үткәс, пациенттар вакциналау пункттарына мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн паспорт талап ителә, прививка пациенттың рөхсәте нигеҙендә генә яһала, иң мөһим шарт – температура нормала булырға тейеш.
Ҡәһәрле сир сигенергә уйламай, ти белгестәр. Шуға күрә республиканың ковид-19-ға ҡаршы прививка яһау пункттары вакцина яһатырға теләүселәрҙе дүшәмбенән шәмбегә тиклем иртәнге 8 киске 8 тиклем көтөп ҡала.
Гүзәл Борханова