Граждандарҙың именлеген тәьмин итеүсе белгестәр һәм ҡотҡарыусылар ҙур һыу янаған биләмәләрҙә йәшәүселәр менән иҫкәртеү әңгәмәләре алып бара, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә. Республика буйынса 252 биләмәләге йорттарҙы һыу баҫыуы ихтимал. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөнөң Дим биҫтәһендәге Козарес баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүселәр яҙғы ташҡынға алдан әҙерләнергә күнеккән. Апрелдә ҡар иреп йылғаларҙа боҙ ҡуҙғалағанда биләмәне һыу баҫа. Шуға ла урындағы халыҡ ҙур һыуҙы айырым әҙерлек менән ҡаршылай.
Өфөлә 4 меңгә яҡын йортто һыу баҫыуы ихтимал, шуға ла баш ҡалала ташҡын эҙемтәләрен кәметеү, граждандарҙы иҫкәртеү буйынса эш алып барыла. Ҡотҡарыусылар урындағы халыҡ менән профилактик әңгәмә ойоштора, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә.
Граждандарҙы эвакуациялау, йәшәү, медицина пункттары ойоштороу, уларҙы хәүефһеҙ урынға күсереү өсөн транспорт әҙерләү кеүек мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Һыу баҫҡан осраҡта бәләгә тарыусыларға 112 һандарына шылтыратып ҡотҡарыусыларҙы саҡыртырға кәрәк.
Флорида Ким