Байрам алдынан «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» тапшырыуы гүзәл заттарҙың бәхет төшөнсәһенә арналды

Программа барышында көслө заттар ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттә тотҡан урыны хаҡында фекер алышты, ҡотлау теләктәрен еткерҙе. 2019 йылда башланғыс алған проект үҙе лә гүзәл заттарыбыҙ өсөн үҙенсәлекле бүләк булып тора. Белгестәр төрлө төбәктәрҙә осрашыуҙар уҙғара, ишле, сирле бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтә, оҫтаханалар ойоштора.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» нә нигеҙ һалыусы Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, асыҡ академияның төп маҡсаты – гүзәл заттарҙың тормошон сағыуыраҡ һәм йөкмәткелерәк итеү.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проекты аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы данлауға, тормош һынауҙары алдында ҡаушап ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙыуға ҡоролған. Унда билдәле шәхестәр ҙә, хужабикәләр ҙә ҡатнаша. Әммә шуныһы бәхәсһеҙ: гүзәл заттар ҡайҙа, кем булып эшләһә лә яуаплылығы, эшһөйәрлеге менән айырылып тора. Бала ла үҫтерә, йортон да сынъяһау итеп тота, эш урынында ла һынатмай. Хатта йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашып өлгөрә.

Рәмзиә Кәримова