Республика Милли музейы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бүләк әҙерләне

Халыҡ-ара байрам уңайынан ойошторолған «Яҙғы комплимент» тип исемләнгән сара сиктәрендә «Ҡатын-ҡыҙҙар донъяһы», «Башҡортостан халыҡтарының ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре» интерактив экскурсиялары, «Сулпылар сыңы» исемле оҫталыҡ дәресе үткәрелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Саралар барышында музейға килеүселәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо кейемдәре һәм биҙәүестәре менән танышып, үҙ ҡулдары менән сулпылар яһаны. Бөгөн гүзәл заттар һәм балалар өсөн музейға инеү бушлай булды.

Рәзилә Ғинәтуллина