Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә байрам уңайынан тантаналы кисә ойошторолдо

Наҙ һәм яҙ байрамы. Йылдың иң күркәм байрамы уңайынан Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә тантаналы кисә үтте. Гүзә заттарҙы бергә йыйған сара хаҡында киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡайҙа ҡатын ҡыҙ – шунда сәскәләр, матурлыҡ. Һигеҙенсе март байрамы алдынан Халыҡ ижады үҙәгендә ҡул оҫталары үҙҙәренең эштәрен халыҡ иғтибарына сығарҙы, сәскәләр күргәҙмәһе ойошторолдо. Шоколадтан, зефирҙан, һабындан эшләнгән аллы‐гөллө гөлләмәләр ысынлапт а күптәрҙең иғтибарын яуланы.

«Хазина» түңәрәгендә шөғөлләнгән ҡатын‐ҡыҙҙарҙың ҡул эштәренән торған күргәҙмәлә милли әйберҙәрҙе һатып алыу мөмкинлеге лә булды. Агро‐сәнәғәт колледжында кондитер һөнәренә уҡытҡан Менәүрә Арыҫланова емеш‐еләктәрҙән табынға бик матур һындар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан тантаналы сараға төрлө һөнәр оҫталары, хеҙмәт алдынғылары, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы гүзәл заттар саҡырылды. Уларҙы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡотланы.

Тантаналы сарала бар яҡтан да өлгөр ҡатын-ҡыҙҙар тәбрикләнде. Уларҙың район,республика кимәлендәге эшмәкәрлектәре лайыҡлы баһаланды. Награда алыусыларҙың һәр береһе илем, халҡым тип янып йәшәүсе гүзәл заттар. Ил алдындағы хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған һалдарттарҙың әсәләренә лә рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.

Яҙ һәм гүзәллек байрамы моңло йырҙар,дәртле бейеүҙәр менән аралашып барҙы. саранан гүзәл заттар Күңелдәренә ҡояш, үҙҙәренә дәрт алып таралышты.

Раушания Рәхимова