Өфө майҙандарында ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙҙы

Баш ҡала халҡы аҙыҡ-түлек йәрминкәләрен көтөп ала. Сөнки бында республиканың төрлө төбәктәренән килтерелгән экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукция тәҡдим ителә. Бөгөн «Спорт һарайы» алдында уҙған йәрминкәлә һөт ризыҡтары, бал, шифалы үләндәр һатылды. Йылҡы, һыйыр, ҡош-ҡор ите лә яҡшы үтте. Һатыусылар әйтеүенсә, йәрминкә лә хаҡ бер аҙ күтәрелгән, әммә күпкә түгел.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йәрминкәлә һатып алыусылар ҙа, һатыусылар ҙа күп. Ҡала халҡы әйтеүенсә, улар ауыл еренән килтерелгән ылауҙарҙы көтөп кенә тора. Сөнки ошонда ғына экологик яҡтан таҙа ризыҡ алырға була. Ә хаҡтарҙы күпселек юғары түгел тип иҫәпләй. Сөнки мал тотоу ҙа. ҡош-ҡорт үҫтереү ҙә, баҡса ла даими хеҙмәт һәм сығымдар талап итә.