Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары индерелә

8-16 йәшлек балаларға ай һайын аҡса түләнәсәк. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин хәбәр итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

«Дәүләт ярҙамы 1 апрелдән индерелә, ә беренсе түләүҙәрҙе ғаиләләр майҙа аласаҡ», – тине дәүләт башлығы. Владимир Путин бөгөн илдә йөклө ҡатындар һәм ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләр өсөн айлыҡ дәүләт түләүҙәре барлығын билдәләне.

Бынан тыш, 8-16 йәшлек балалар тәрбиәләгән яңғыҙ ата-әсәләргә ярҙам күрһәтелеүен иҫкә төшөрҙө. «Дәүләт үҙ яғынан ғаиләләрҙе яҡлау өсөн бөтәһен дә эшләйәсәк. Был – беҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлешебеҙ», – тине Рәсәй Президенты.