Coca-Cola һәм PepsiCo компаниялары Рәсәйҙән китә, McDonald's ресторандары ваҡытлыса ябыла

Бөгөн шул турала билдәле булды. PepsiCo беҙҙең илдә 60 йыл дауамында эшләгән. Компания штатында 20 меңдән ашыу хеҙмәткәр булған, тағы 40 меңдән ашыу ауыл хужалығы белгесе заказһыҙ ҡала. McDonald's корпорацияһынан белдереүҙәренсә, ресторандар ваҡытлыса ябыла. Рәсәйҙә эшләгән 62 меңдән ашыу хеҙмәткәргә эш хаҡы һаҡлана.