Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Хәсәновҡа 75 йәш тулды

Танылған композитор 400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романстар авторы. Уның бик күп йырҙары шлягерға әүерелде. Ижадсының әҫәрҙәре татар, инглиз, немец һәм башҡа телдәрҙә лә яңғырай. Рим Хәсәнов Башҡорт академия драма, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Сибай театрҙары спектаклдәрен биҙәй. Фильмдарға музыка яҙа. Ул 1994 – 1996 йылдарҙа бөтәһен дә таң ҡалдырып Австралияға китә. “Маҡсатым инглиз телен өйрәнеү булды”, - ти композитор.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рим Хәсәнов әйтеүенсә, йырҙың ике ҡанаты бар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рим Хәсәнов ижад иткән йырҙар башҡорт музыка сәнғәтенең алтын фондына ингән. Былтыр композиторға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы тапшырылды.