Янғын һүндереүгә 22 ҡотҡарыусы һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын ҡорбанының кәүҙәһе йорт ҡаралтыларын һүткәндә табылған, әле уның шәхесен асыҡлау буйынса эш алып барыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөрө ҡалаһындағы дүрт фатирлы йортта сыҡҡан янғынға һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө сәбәпсе булған. Янғында тәне бешкән 1956 йылғы ир Бөрө үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегенә оҙатылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан Башҡортостан биләмәләрендә йәмғеһе 1003 янғын теркәлгән.