Өфөлә юл соҡорҙарын ямау башланды

Был эшкә ҡаланы төҙөкләндереү хеҙмәте көн йылынғанын да көтөп тормайынса тотондо. Эш башлыса шыйыҡ һәм һалҡын асфальтбетон ҡатнашмаһын ҡулланып башҡарыла. Был ысул һауа температураһы түбән булған осраҡта проблемалы урындарҙы кәметеү мөмкинлеген бирә. Соҡор ремонты юлдарҙы капиталь ремонтлауҙы алмаштыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Участок мастерҙары юлдың емерек өлөштөрен тикшерә. Миҙгел башланғансы беҙ  бөртөклө асфальтты ҡуллана алмайбыҙ. Шуға күрә аварияға юл ҡуймау маҡсатында ҡайнар шыйыҡ асфальт менән ямайбыҙ.

Рөстәм Сәмиғуллин, Өфөнөң Киров районын төҙөкләндереү хеҙмәте директоры