Ҡояшлы байрам. Масленица уңайынан республикала күләмле саралар дауам итә. Ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы ғәҙәттәгесә төрлө быуын һәм милләт вәкилдәрен берләштерҙе. Иглин районында уҙғарылған сағыу тамаша менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда Масленица байрамы һәр милләт халҡына яҡын. Иглин ауылында ул быйыл айырыуса йылы ҡабул ителде.
Бейек тау башына ғәҙәттәгесә ҡарасҡы ҡуйылды, уны яндырыу – именлек һәм яңырыу билдәһе. Урындағы халыҡ әйлән-бәйлән йөрөп, йәнә бер ҡыш менән хушлашты. Сәхнәлә байрам символына арналған театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Үҙешмәкәр коллективтар йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө.
Әлбиттә, ҡышты оҙатыу ҡоймаҡ менән һыйланмай үтмәй. Берәүҙәр был ризыҡты майлап, икенселәр баллап ауыҙ итте. Ауыл хужалығы йәрминкәһе сиктәрендә арзан хаҡҡа һөт, ит, икмәк продукцияһын да һатып алырға мөмкин ине.
Аниматорҙар уйын-конкурстарға балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә йәлеп итте. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, йә жетон тапшырылды, һуңғыһын урындағы кинозалға билет итеп алмаштырып булды. Майҙанда һәр кем атта һыбай йөрөргә өйрәнә алды, санала ла бушлай шыуҙырҙылар. Иглин ауылында йәшәүселәр ял көнөн ғаиләләре менән күңелле һәм файҙалы үткәрҙе.
Гөлназ Хәйбуллина