Асҡын районы Солтанбәк ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә спорт фестивале ойошторолдо

Илһөйәрлек менән һуғарылған, сәләмәт тормошто пропагандалаусы сараны райондың “Йәш армия” хәрби-патриотик ойошмаһы үткәрҙе. Сарала уҡыуҙа һәм спортта алдынғылыҡ бирмәгән 34 уҡыусы “Йәш армия” ойошмаһына ҡабул ителде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Улар Ватанға тоғро, Рәсәй патриоты һәм лайыҡлы гражданин булырға ант бирҙе. Фестиваль сиктәрендә Солтанбәк ауылында тыуып үҫеүсе, гер спорты буйынса Рәсәй беренселегендә призлы урын яулаусы Гүзәл Имамова оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сараға уның тренеры Айҙар Сабировта килгән ине.

Спорт фестивалендә ГТО нормативтарын тапшырып яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр Солтанбәк ауыл советының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләгәне өсөн Атайҙар советы рәйесе Данис Суфияновҡа миҙал тапшырылды.

Спортсыларыбыҙ үткәргән оҫталыҡ дәресе балалАрға ныҡ оҡшаны. Шулай уҡ уҡыусылар автоматты йыйып-һүтеүҙә әүҙем ҡатнашты. Киләсәктә улар менән флешмоб үткәрергә уйлайбыҙ.

Рөстәм Әбдрәхимов, «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең асҡын бүлексәһе етәксеһе 

Әлфинә Килдейәрова