Республика менән идара итеү үҙәге теркәгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ошоға ҡағылышлы. Шулай уҡ халыҡ иҡтисад һәм бизнес, төҙөкләндереү проблемаһы тураһында яҙған. Мөрәжәғәттәргә иң күп яуап биреүселәр тип Һаулыҡ һаҡлау, Транспорт һәм юл хужалығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары аталған.