Гамбургерҙы ваҡ бәлеш алыштыра алырмы?

Был турала бөгөн республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә әйтелде. Ә сит илгә сығыу мөмкинлеге булмағас, күптәр отпускыларында үҙебеҙҙең төбәктә ял итәсәк. Быға бәйле эске туризмды үҫтереү юлдары ҡараласаҡ. Әле сит ҡитғаларҙа ял итеүселәрҙе тыуған яҡҡа алып ҡайтыуҙа иһә ярҙам ойошторола. Ошо һәм башҡа темалар тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Украинала махсус операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре бәләлә яңғыҙ ҡалмай. Бөгөнгә өс егеттең ғүмере өҙөлөүе тураһында билдәле. Радий Хәбиров уларҙың балалары бәлиғ булғансы хөкүмәттән ярҙам күрһәтергә кәрәклеген әйтте. Луганск һәм Донецк республикаларына Башҡортостандан тәүге ылау китте. Төбәк етәксеһе икенсе конвойҙы әҙерләй башларға ҡушты.

Сит илдәрҙә ҡалған ватандаштарыбыҙға тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙа ҡаршылыҡ булмаҫҡа тейеш. Ситуация үҙәгендә булдырылған штабта үҙаллы ял итеүсе туристар һәм туроператорҙар аша сит илгә сыҡҡандар буйынса эш алып барыла. Әлегә 23 ял итеүсе Рәсәйгә ҡайтыуҙа ярҙам һораған. Уларҙың алтауһы әйләнеп ҡайтҡан. Кемгәлер ярҙам кәрәкһә, улар +7 347 218 19 19 телефон һандарына шылтырата ала.

Сит илдәрҙә 760 кеше ҡала. Уларҙы 12 мартҡа тиклем рейстар менән ҡайтарыу күҙаллана. Сәфәрҙәгеләрҙе беҙҙең илгә асыҡ илдәр, мәҫәлән, Стамбулдағы, Әзербайжандағы һәм башҡа аэропорттар аша сығарабыҙ. Бындай шарттарға күнмәүселәр ҙә бар. Әммә виза ваҡыты тамамланһа, Рәсәйгә ҡайтыу ауырлаша, шуға туристарҙы үҙ ваҡытында хәстәрлек күрергә саҡырабыҙ.

Маргарита Болычева, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе

Милли проекттар буйынса быйыл республикала 44 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү ҡарала, сифатлы медицина йыһаздары һатып алынасаҡ, баш ҡалала һәм Стәрлетамаҡта ике гимназия төҙөкләндереләсәк, Өфөлә һәм Учалыла ике мәктәп һалына, Баймаҡ һәм Өфө поликлиникалары ремонтланасаҡ. 122 йәмәғәт урынын тәртипкә килтереү ҡарала.

Яҙ иртә киләсәк, тип фаразлай ауыл хужалығы министры. Бер нисә районда орлоҡҡа ҡытлыҡ бар, ә ҡайһы бер райондар, киреһенсә, уны һатыуға әҙерләгән. Ошондай аграр хужалыҡтар араһында бәйләнеште министрлыҡ көйләйәсәк. Ужымдың 20 проценты ҡышлай алмаған. Быға ҡарһыҙ декабрь һәм башҡа сәбәптәр бар. Уның урынына техник культуралар сәсеү ҡарала. Хаҡтар артыуы арҡаһында сәсеү эштәре ҡиммәткә төшә.

Быйыл яҙғы сәсеү эштәре 20 миллиард 455 миллион һумға барып баҫа. Был үткән йыл менән сағыштырғанда бер сиреккә күберәк. Сәсеү кампанияһына былтыр ноябрҙән үк әҙерләнә башлауҙы иҫәпкә алып, беҙ уның уңышлы башҡарылырына өмөт итәбеҙ.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры

Өфөлә 22 марттан 25-нә тиклем агрокүргәҙмә уҙа. Һуңғы арала бәйләнеш өҙөлгән илдәр урынына Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәләренән аграр өлкә вәкилдәре саҡырылған.

Рәмилә Исмәғилева