«Бала тап» проекты – Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

Башҡортостандан өс проект «Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәт йәмғиәт өсөн» Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сығып, лайыҡлы баһаланды. Республика кардиология үҙәге баш табибы Ирина Николаева төбәктә сәләмәтлек көндәре ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашһа, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Милана Скоробогатова «Яңы быуындың репродуктив һаулығы» тураһында проект тәҡдим итеп еңеүгә иреште.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Конкурсҡа илдең 50 төбәгенән ике йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителгәйне, бәйге һөҙөмтәләре буйынса «Башҡортостан әсәләре» йәмәғәт ойошмаһының «Бала тап» проекты ла иң яҡшыһы тип танылды.

Социаль башланғыс 2020 йылдан алып республика башлығы Грантына тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, һәр район-ҡалала ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау буйынса комплекслы саралар уҙғарыла. Теләмәгән йөклөлөк буйынса иҫкәртеү эше алып барыла.

Гөлназ Хәйбуллина