Шишмә районы Сыуалкип ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» республика программаһында ҡатнашып, ауыл урамдарын яҡтыртыу проблемаһын хәл итмәксе. Әле ауылда яҡтыртыу ҡоролмалары электр бағаналарының биштән бер өлөшөндә генә ҡуйылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПрограмма ярҙамында ауыл халҡы уларҙың күләмен арттырырға иҫәп тота. Биләмәләге иң ҙур ауылдарҙың береһе булған Сыуалкиптә 450-гә яҡын кеше йәшәй. Быға тиклем урында йәшәүселәр программала ҡатнашып, яңы һыу башняһы ҡуйыуға ирешкән дә инде.
Рәзилә Ғиниәтуллина