Конкурс сиктәрендә Ҡалтасы районы Оло Туғанай ауылында «Вой келян-Масленица» удмурт мәҙәниәте фестивале үтте. Сарала Башҡортостандың биш районы һәм Удмурт Республикаһы вәкилдәре ҡатнашты. Программаға уҡтан атыу, арҡан тартыу кеүек милли уйындар һәм спорт ярыштары, төрлө милли коллективтар сығыштары индерелгәйне.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБайрам майҙансығында шулай уҡ удмурт халҡының көнкүрешен сағылдырған күргәҙмә эшләне, ағинәйҙәр ҡул тирмәнен тартыу, май бешеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Оло Туғанай ауылы халҡы «Айыҡ ауыл-2021» конкурсының муниципаль этабында беренсе урын яулап, 75 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булған.
Рәзилә Ғиниәтуллина