Баласаҡтың имен юлдары. Ишембайҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә арналған КВН уйындары үтте. Ярыш балалар араһында ойошторолһа ла, ололарса етди, тапҡыр шаяртыуҙарға бай булды. Сараны һәр йылдағыса Эске эштәр министрлығының урындағы бүлексәһе район хакимиәтенең мәғариф бүлеге менән берлектә ойошторҙо.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТөп маҡсат – иҫкәртеүсе саралар аша кескәйҙәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү. Сәхнәгә барлығы 5 команда сыҡты. Егет-ҡыҙҙар ҡыҫҡа сәхнәләштереүҙәр аша ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешенең мөһимлеген күрһәтте.
Гөлназ Хәйбуллина