Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфөнөң почетлы гражданины, күрененекле башҡорт композиторы Рим Мәхмүт улы Хәсәнов үҙенең 75 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршылай. Кешеләргә гел йылмайып баҡҡан композиторҙың булмышы, ижади ҡомары хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМоң батшаһы Рим Хәсәнов ижад иткән йырҙар, романстар, балладалар ихласлығы һәм башҡа бер генә композиторҙа булмаған халыҡсанлыҡ һәм ритм-биҙәктәр менән айырыла. Сәнғәт институтына уҡып йөрөгән йылдарында «Әҡлимә» йыры бик популярға әүерелә. Вокал бүлеге студенты һәм бүлмәләш дуҫы Рәис Вәғизов уны радиола яҙҙырырға өгөтләй.Был йыр тиҙ арала йәштәрҙең иң яратҡан йырына әүерелә.
Үткән быуаттың етмешенсе-һикһәненсе йылдарында Рим Хәсәнов ижады иң юғары баҫҡысҡа күтәрелә. Йәш, уйсан, баҫалҡы башҡорт композиторы береһенән-береһе үтемле һәм шлягерға әүерелгән йырҙар ижад итә. Улар араһында Назар Нәжми һүҙҙәренә «Өфө йүкәләре» лә бар. Был йыр Өфөнөң рәсми булмаған гимнына әүерелә. Композитор үҙемә лә, яҙған йырҙарыма ла һәр ваҡыт талапсан булдым, тип хәтерләй.
Шамил Вәлиев Рим Хәсәнов йырҙарын бала саҡтан ишетеп үҫә. Тотанаҡлы көйҙәр, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтеүсе шлягерҙарҙы меломан винил пластинка аша тыңларға ярата. Яңғырашы яҡшы булһын өсөн махсус рәүештә күрше өлкәлә, Ульяновск ҡалаһында шәхси коллекицяла һаҡланғанын һатып һатып алған. Тиҙҙән композиторҙың үлемһеҙ йырҙары цирфлы фортматҡа күсереләсәк.
Яҙмыш дарьялары Рим Хәсновты алыҫ Австралияға ла ташлаған. Ике йыл дауамында композитор шағир Рон Роджерс менән 30-лап йыр ижад итә. Һуңынан Рәсәй һәм Финляндия сәхнәләрендә уңыш ҡаҙана. Тыуған ере Благовар районында Рим Хәсәнов йырҙарын башҡарыусыларҙың асыҡ конкурс-фестивале лә үткәрелә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рим Мәхмүт улы Хәсәновты 75 йәшлек күркәм юбилей уңайынан социаль селтәрҙәр аша тәбрикләне. Рим Мәхмүт улының һиҙгер йөрәге, моңло күңеле «Ҡышҡы романс»,»Юҡҡа түгелдер», «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит», «Юлдар», «Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары» һәм тағы 400 ашыу йырға, ике балет пьесаларына фатиха биргән. Әҫәрҙәре бөтәһе лә күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәтә, тип ижады өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Сәрмәсән һыуынан көс алған ижадсы бөгөн дә илһамланып ижад итә, башҡорт моңон әһәңле яңғырашлы иткән музыка ҡоралы кларнет ярҙамында Рәсәй һәм донъя сәхнәләре аша популярлаштыра.
Гүзәл Борханова