Бөгөн Өфөлә йөрәк ауырыуҙары булған пациенттарҙы инсульттан һаҡлау темаһына конференция ойошторола

Ул онлайн тәртиптә үтә. 2004 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инсультты глобаль эпидемия тип иғлан итте. Был сир йыш ҡына үлемгә килтерә. Эндокринолог, медицина фәндәре кандидаты Әмир Әхмәтйәнов әйтеүенсә, шәкәр диабеты менән сирлеләрҙең байтағы миокарда инфарктынан һәм инсульттан вафат була.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Эксперттар белдереүенсә, йыл һайын планетала 6 миллиондан ашыу кеше инсульттан үлә. Уларҙың өстән бер өлөшө хеҙмәт йәшендәгеләр.