Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, көрсөк юғалып ҡалып бойоғоп ултырыу түгел, ә яңы мөмкинлектәр ваҡыты. Ике йыл дауамында барған пандемия беҙҙе шуға өйрәтте. Бизнесҡа дәүләт яғынан өҫтәмә ярҙам була. Эшҡыуарҙарға мәғлүмәт алыу өсөн “Минең бизнес” үҙәгендә ҡыҙыу бәйләнеш булдырылды. Ул иртәнге 9-ҙан киске 8-гә тиклем эшләй. Телефоны: 8 (347) 224-99-99.