Үҙебеҙҙекеләрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ

Республика Башлығы Радий Хәбиров санкция арҡаһында сит илдәрҙән ҡайта алмаған  Башҡортостан граждандарының барыһына ла ярҙам күрһәтергә ҡушты. Ситуация үҙәгендә махсус штаб булдырылған. Тышҡы иҡтисади бәйленештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, был эш алып барыла, тейешле консультациялар ҙа бирелә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡайһы бер илдәрҙә осоштар тыйылыу, шулай уҡ ВИЗА һәм МастерКард карталарын ҡулланыу сикләнеүе арҡаһында билет өсөн түләй алмай сил илдәрҙә ауыр хәлдә ҡалыусылар бар.  Сит илдәрҙә Башҡортостандың 760 гражданы  иҫәпләнә, улар  ошо көндәрҙә ҡайтарылырға  тейеш.