Ул элеккесә ғаризаһыҙ, бала йәшәгән урында теркәлеү менән тәғәйенләнә. Капиталды, ғәҙәттәгесә, ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланы уҡытыуға, инвалид балаларҙы социаль реабилитациялауға йәки әсә пенсияһының тупланма өлөшөнә йүнәлтергә була. Илдең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле әсәлек капиталы менән файҙаланыуҙы камиллаштырыу буйынса бара. Капиталды баланы уҡытыуға тотоноу өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итмәйенсә, онлайн юллау тураһында закон проекты йәмәғәтселек иғтибарына сығарылған.
#Объясняем_Башкортостан
#Объясняемрф