Июндә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Ул 2 июндә башлана һәм 4-енә тиклем дауам итә. Башҡортостан башлығы ошо туралағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйған. Сарала Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Белорусь республикаларынан, бүтән илдәрҙән делегациялар килеүе көтөлә. Форум барышында Урал аръяғының инфраструктураһын үҫтереү программаһы менән таныштырыу ҡарала. Инвестиция һабантуйы республиканың Эшлекле календарына индерелгән.