Ауыр осорҙа эшҡыуарҙар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

Радий Хәбиров эшҡыуарҙар өсөн «ҡыҙыу элемтә» булдырылыуы тураһында белдерҙе. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, көрсөк – юғалып ҡалып бойоғоп ултырыу түгел, ә яңы мөмкинлектәр ваҡыты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ике йыл дауамында барған пандемия беҙҙе шуға өйрәтте. Бизнесҡа дәүләт яғынан өҫтәмә ярҙам була. Эшҡыуарҙарға мәғлүмәт алыу өсөн «Минең бизнес» үҙәгендә «ҡыҙыу линия» булдырылды. Ул иртәнге 9-ҙан киске 8-гә тиклем эшләй. Телефоны: 8-347-224-99-99.