Учалы районына аяныслы хәбәр килде

Бөгөн Украиналағы махсус хәрби операцияла Учалы районының Ахун ауылынан 19 йәшлек Нил Мөслимов һәләк булған. Был хаҡта район башлығы Руслан Ғиләжетдинов хәбәр итте. 

«Бөгөн Учалы районына аяныслы хәбәр килде. Хәрби бурысын үтәгәндә Ахун ауылы егете Мөслимов Нил Наил улы геройҙарса һәләк булған. Ул контракт буйынса илебеҙҙең Ҡораллы көстәрендә мотоуҡсылар батальонында гранатометсы булып хеҙмәт итә ине. Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Һалдат яҡты иҫтәлек райондаштарыбыҙҙың йөрәктәрендә мәңге һаҡланасаҡ», — тип яҙған социаль селтәрҙә Учалы районы башлығы.