Республикала бургерҙарға ихтыяж булырмы?

Сит ил фастфуд компаниялары эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатҡан осраҡта, бургерҙарға ихтыяж көтөлмәй. Киреһенсә, тиҙ туҡланыу өлкәһендә эшләгән урындағы селтәрҙәр өсөн үҫеш мөмкинлектәре артасаҡ. Айырыуса, халыҡты хәләл продукция менән тәьмин итеү планлаштырыла. Ә бына шәкәргә килгәндә, магазиндарҙа яһалма дефицит күҙәтелә. Баҙарҙа ни өсөн ажиотаж барлыҡҡа килгән? БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һуңғы көндәрҙә Өфөләге аҙыҡ-түлек складтарының береһенән магазиндарға оҙатылған шәкәр күләме дүрт тапҡырға артҡан. Һөҙөмтәлә урындағы хеҙмәткәрҙәргә ҙур көсөргәнеш килгән. Әҙер продукцияны үлсәп төрөү цехын ғына алайыҡ, хәҙер ул тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бәлә башы яһалма ажиотаж тыуып, халыҡ араһында шәкәргә һорау артыуға бәйле. Продукцияға дефицит булмаһа ла, һатыусылар уны кәштәләргә ваҡытында ҡуйып өлгөрмәй. Шул уҡ ваҡытта складтар тоҡтар менән тулы, хәүефләнергә урын юҡ.

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт шәкәр заводтарына продукцияға хаҡ ҡуйғанда яуаплы эш итеүҙе талап итте. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ла ажиотажға бәйле намыҫһыҙ рәүештә ҙур килем алырға тырышҡан етештереүселәргә, эшҡыуарҙарға ҡаршы көрәш иғлан итте. Магазин кәштәләрендә ҡарабойҙай, дөгө, ит һәм балыҡ консервалары ла юғалыуы күҙәтелә. Белгестәр был күренештең дә яһалма дефицит булыуын билдәләй. Ә бына сит ил фастфуд компанияларының ваҡытлыса эшмәкәрлеген туҡтатыуы сәләмәт туҡланыуға күсеүгә этәргес кенә.

Сит ил компанияларының баҙарҙан китеүе урындағы йәмәғәт туҡланыу селтәрҙәре үҫешенә этәргес кенә. Шуға бургерһыҙ йәшәй алмаусылар борсолмаһа ла була. Әйтәйек, Өфө кафеларының береһендә был ризыҡ хәләл иттән әҙерләнә башлаған.

Тиҙ туҡланыу өлкәһендә эшләгән башҡорт эшҡыуарҙары билдәләүенсә, эре фастфуд компаниялары ябылыу менән баш ҡала үҙәгендә стритфуд ойоштороу өсөн мөмкинлектәр ҙә арта. «Папа гриль»ды ғына алайыҡ, коронавирус пандемияһы булыуға ҡарамаҫтан, былтыр ойошманың утыҙ яңы сауҙа нөктәһе барлыҡҡа килгән. Компания урындағы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә өҫтөнлөк бирә.

Тауыҡты Турбаҫлынан, итте Мәләүездәге заводтан алабыҙ. Он продукцияһын үҙебеҙ етештерәбеҙ. Бургер эшләүе лә ауыр түгел, соус, булка, йәшелсә генә кәрәк. Шуға күрә производствоны киңәйтеүгә, алға барырға бөтә шарттар ҙа бар, көс-ҡеүәт етерлек.

Дмитрий Вилданов, «Папа гриль» компанияһы етәксеһе

Шулай ҙа эшҡыуарҙар билдәләүенсә, тәүге осорҙа баҙарҙы яулау еңелдән булмаясаҡ. Эшмәкәрлектә яңы алымдар ҡулланырға тура киләсәк. Был үҙенә күрә үҫешкә саҡырыу ҙа. «Хәләл» бургерҙарҙың һорау менән ҡулланыласығына шикләнмәһәк тә була.

Гөлназ Хәйбуллина