Бына инде 11 йыл буйы зәңгәр экрандарҙа барған республикабыҙҙың иң мәртәбәле конкурстарының береһе – «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы йәнә яңы миҙгелгә аяҡ баҫты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТалант эйәләре көс һынашҡан йыр бәйгеһе күп йылдар халыҡ, эстрада йырҙарын башҡарыусылар араһында яңы исемдәр асты. Быйыл конкурста ҡатнашыуға 100-ҙән ашыу ғариза теркәлде, әммә беренсе турға үтеү бәхете тик иң шәп 21 башҡарыусыға йылмайҙы.
Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова, композитор, Ҡытайҙың Далянь симфоник оркестры дирижеры Ринат Камалов кеүек тәжрибәле баһалама ағзалары тәнҡите, кәңәштәре аша үтеү, һәр бер башҡарыусыға ҡанат ҡуя һәм артабан камиллашыуға илһамландыра. Проектта ҡатнашыусылар быйыл да эстрада, ретро һәм халыҡ йырын башҡарыу буйынса һынау тотасаҡ.
Айнур Кәбиров