Башҡортостанда импортҡа алмаш һәм импорт менән тәьмин итеү үҙәктәре ойошторола

Премьер-министр Андрей Назаров Көрсөккә ҡаршы штаб ултырышында шул турала белдерҙе. Импортҡа алмаш үҙәге ойошмалар һәм бизнесҡа яңы партнерҙар, ҡорамал, сеймал табырға ярҙам итә. Импорт менән тәьмин итеү үҙәге яһалма хаҡ артыуын күҙәтеүгә ала. Республика менән идара итеү үҙәгендә иһә реаль ваҡыт тәртибендә даими мониторинг алып барыла.