Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иҡтисад мәсьәләләре буйынса “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе

Унда Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, Милли муллыҡ фондынан аҡса йәлеп итеү алымдары ҡаралды. Былтыр Сауҙа-сәнәғәт палатаһы 88 бизнес-сәфәр ойошторған. Үзбәкстан һәм Тажикстанда Башҡортостан вәкиллектәре асылды. Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фонды инвестиция проекттары тормошҡа ашырылған. Санкциялар шарттарында палата эшҡыуарҙарға башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлекте булдырырға ярҙам итә. Радий Хәбиров Сауҙа-сәнәғәт палатаһына Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә халыҡ араһында аҙыҡ-түлеккә ихтыяжды кәметеү өсөн ял көндәрендә Өфөлә һәм республика ҡалаларында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторорға ҡушты.