Илдең үҙәк һәм көньяҡ өлөштәрендәге 11 аэропортҡа осоштарҙы тыйыу ваҡыты оҙайтылды

Федераль һауа транспорты агентлығы ҡарарына ярашлы, сикләү 20 мартҡа тиклем була. Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь, Элиста ҡалалары  самолеттарҙы ҡабул итмәй. Рәсәйҙәң башҡа аэропорттары  ғәҙәти тәртиптә  эшләй.