Өфө инфраструктураһын яҡшыртыуға 15 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителәсәк

Өфө менән Нефтекамалағы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға Рәсәй төҙөлөш министрлығының инфраструктура кредиттары буйынса Башҡортостан 15 миллиард һум федераль аҡса йәлеп итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һүҙ баш ҡаланың Кузнецов Затоны биҫтәһендә «Көньяҡ ҡапҡа» һәм Нефтекамалағы комплекслы төҙөлөш проекттары тураһында. Улар республика «Инвестиция сәғәте» форматында үткән сираттағы кәңәшмәлә тикшерелде. Ултырыш Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙҙы.

Радий Хәбиров шулай уҡ иҡтисад блогы менән дә фекер алышты. Унда Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт палатаһының йыл йомғаҡтары һәм эшмәкәрлек һөҙөмтәләре барланды. Шулай уҡ федераль фондтарҙан аҡса һәм бюджет кредиттарын йәлеп итеү мәсьәләһе күтәрелде.

Палата былтыр 88 бизнес-миссия ойошторған. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам маҡсатында Үзбәкстан һәм Тажикстанда вәкиллектәр асылған. Сауҙа-сәнәғәт палатаһының ярҙамы менән Рәсәй сәнәғәтте үҫтереү фонды яҡынса 4 миллиард һумлыҡ 7 инвестиция проектына аҡса бүлгән.