Кушнареко районы Украиналағы махсус операцияла батырҙарса һәләк булған Илвир Ғәлләмовты һуңғы юлға оҙатты. Матәм митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика етәксеһе офицерҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уның исемен мәңгеләштереү бурысын ҡуйҙы. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова яҙмаһында.
Бәләкәй саҡтан уҡ хәрби һөнәр хаҡында хыялланған, фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы менән үҙ маҡсатына өлгәшкән егеттең ғүмере 24 йәштә генә өҙөлөүенә ышанырлыҡ та түгел. Илвир Ғәлләмов тыуған төйәгенең, иленең ысын патриоты, ҡыйыу йөрәкле улы була. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исеме мәңгеләштерелергә тейеш, тине Радий Хәбиров.
Илвир Илмир улы Ғәлләмов Кушнаренко районы Ҡалтай ауылында 1997 йылдың 30 апрелендә донъяға килә. Ул бала саҡтан эшһөйәрлеге, ғәҙеллеге, батырлығы менән айырлып тора. Ата-әсәһенең, туғандарының, уҡытыусыларының ышаныслы терәге, ныҡлы ярҙамсыһы була. Тиҫтерҙәре араһында лидерлыҡты бирмәй, спорт ярата. Хатта, республика, Волга буйы федераль округындағы чемпионаттарҙа еңеү яулай. Ауыл мәктәбендә эшләп килгән "Витязь" хәрби-патриотик клубының эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша.
Тиҫтерҙәре Илвир Ғәлләмовты үҙ һүҙендә тора белгәне, ихласлығы өсөн хөрмәт итә. Ул бер ваҡытта ла дуҫтарының үтенесен кире ҡаҡмай, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға.
Илвир Ғәлләмовтың хәрби хеҙмәтте һайлауы, Ҡазан юғары танк команда училищеһында белем алыуы осраҡлы ғына түгел. Был һөйөү нәҫелдән килә, егеттең олатаһы ла танкист була. Үҙ һөнәренә ғашиҡ егет училищела уҡығанда танкка һәйкәл ҡуйыуҙа ла ҡатнаша.
Илвир Ғәлләмов Украиналағы махсус операцияла батырҙарса һәләк була. Йәш офицерҙың ата-әсәһе ныҡлы таянысын юғалтты, ҡатыны тол ҡалды. Республика етәксеһе Ватанды һаҡлап һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә мотлаҡ тейешле ярҙам күрһәтеләсәк тип билдәләне. Ә яҡташтары Ҡалтай урта мәктәбенә Илвир Ғәлләмовтың исемен биреү тәҡдимен күтәреп сыҡты.
Рәмзиә Кәримова