Башҡортостанда был төр продукцияны етештергән предприятиелар, тәү сиратта, эске баҙар ихтыяжын ҡаплау йүнәлешендә эшләй. Төбәктең сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шәкәргә хаҡтың артыуына юл ҡуймау буйынса ритейлерҙар менән дә мөһим килешеүҙәр төҙөлгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлде мәғлүмәт-аналитик күҙәтеү буйынса эшсе төркөмдөң сираттағы ултырышы үтте. Осрашыу сиктәрендә һуңғы аҙналарҙа магазиндарҙа хаҡтарҙың күтәрелеү динамикаһы, төп сәбәптәре ҡаралды.
Депутаттар импорт тауарҙарын алмаштырыуға баҫым яһау, яһалма дефицит менән көрәш кеүек мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе.
Гөлназ Хәйбуллина