Башҡорт телен өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр арта

Башҡортостан парламенты мәғариф тураһындағы федераль закондың туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса өлөшөнә үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Дәүләт Думаһына ебәреләсәк ҡанун проекты дөйөм белем биреү учреждениеларына ҡағыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Төҙәтмәләр индерелгән осраҡта, уҡыусылар этномәҙәни йүнәлештәге уҡытыу программаларын һайлауҙан тыш, ун бер йыл дауамында туған тел һәм әҙәбиәтте өйрәнә аласаҡ. Йәғни был фәндәрҙе тәрәнерәк өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр арта.

Документҡа ярашлы, төбәктәр этномәҙәни йүнәлештәге программаларҙы тормошҡа ашырған мәктәптәргә балаларҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләрен үҙаллы билдәләргә тейеш. Шулай уҡ туған тел һәм туған әҙәбиәт буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын индереү тәҡдим ителә.

Берҙәм дәүләт имтихандары кеүек үк, уларҙың һөҙөмтәләре ле профилле юғары уҡыу йорттарында һынау тотҡанда иҫәпкә алынырға тейеш. Дөйөм алғанда, закон проекты Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен һәм милли мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән.

Гөлназ Хәйбуллина