Өфөнөң балалар баҡсалары араһында иң яҡшы тәрбиәсе асыҡланды

Конкурс өс турҙа үтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тәрбиәселәрҙең интернет-ресурстар менән эшләү, балалар менән педагогик сара уҙғарыу, оҫталыҡ дәрестәре, педагогик тәжрибә һәм ата-әсәләр менән һөнәри бәйләнеш ойоштороу буйынса оҫталығы баһаланды. Конкурстың йомғаҡлау этабында балалар менән эшләүселәр түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашып эрудицияһын, аралашыу һәләтен, үҙ фекерен күрһәтте.

Иң яҡшы тәрбиәселәргә Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығының Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Рәсәй профсоюздарының Башҡортостан төбәк ойошмаһы һөнәри өлкәлә уңышҡа ирешеүселәргә махсус бүләктәр әҙерләгән.

«Иң яҡшы тәрбиәсе» Өфө ҡала конкурсында абсолют еңеүсеһе тип 234-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Валентина Кинцель танылды. Ә 164-се балалар баҡсаһынан Ольга Инникова – «Иң яҡшы музыка белгесе», 171 -се балалар баҡсаһынан Ольга Табакова – «Иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы», ә 308-се балалар баҡсаһынан Рәшиҙә Ғәбиҙуллина «Башҡорт телен өйрәтеүҙә иң яҡшы тәрбиәсе» булараҡ билдәләнде.

Гүзәл Борханова