Йәрминкәләр продукцияны етештереүсенән һатып алыусыға туранан-тура, аралашсыһыҙ еткереү мөмкинлеге бирә. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов шулай тип белдерҙе. Республикала аҙыҡ-түлек етәрлек тине ул. Башҡортостанда ҙур ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыла. Сауҙа аҙна һайын ял көндәрендә ойошторола. Өфөлә лә, бөтә райондарҙа бөгөн һәм иртәгә йәрминкәләр үтә. Совет районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән Гөлдәр Мырҙағәлина һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт