Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыу өсөн күп эш башҡарыла. Беренсе звеноны яңыртыу программаһы уңышлы үтәлә”. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Андрей Плутницкий шулай тип белдерҙе. Ул бөгөн Туймазы ҡалаһында инфекция дауаханаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. “Бында хеҙмәткәрҙәр өсөн лайыҡлы эш шарттары булдырылған, яҡшы техника ҡуйылған”, тине ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТуймазылағы дауахана былтыр декабрь аҙағында төҙөлә башланы. Ул Өфө районы Зубов ауылындағы һәм Стәрлетамаҡтағы клиникалар проекты буйынса һалынған. Бер ҡатлы бина ҡурай сәскәһен хәтерләтә. “Пандемия килә лә китә. Коронавирус бөткәс, госпиталь күп профилле дауахана буласаҡ”, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯңы инфекция дауаханаһы 200 урын иҫәпләнгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ул 230 пацентты ҡабул итә ала. 2-3 аҙнанан Сибайҙа ла ошондай уҡ проект буйынса һалынған инфекция госпитален асыу ҡарала.