Бөгөн республиканың байтаҡ төбәктәрендә йәрминкә үтте

Уларҙа ит, балыҡ, һөт  ризыҡтары, картуф һәм башҡа йәшелсәләр һатылды. Баймаҡ районында ла киңәйтелгән сауҙа ойошторолдо. “Тәҡдим ителгән ит продукцияһы етди тикшереү үтте”, - ти   Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы ветеринария станцияһы етәксеһе Рәил Әбүбәкиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Өфө халҡы ла йәрминкәгә сыҡты. 10-ға яҡын урында киңәйтелгән сауҙа ойошторолдо.  Һатып алыусылар һәм һатыусылар тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн йәрминкә барышын ҡараны. “Республикала аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ көтөлмәй”, - тип белдерҙе ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала иртәгә лә йәрминкәләр үтә.