Декабрь аҙағында ғына нигеҙ һалынған медицина учреждениеһында төҙөлөш эштәре тамамланған, заманса медицина ҡоролмалары урынлаштырылған. Объекттың әҙерлеге менән бөгөн Башҡортостан башлығы ла танышты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыл республикала сафҡа индерелгән өсөнсө ковид госпиталь. Пандемия ваҡытлыса күренеш, ә заманса медицина учреждениеһы оҙаҡ йылдар халыҡҡа хеҙмәт итәсәк, тине Радий Фәрит улы. Яңы биналағы шарттар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.
Үҙ күҙҙәрең менән күрмәһәң, ышанырлыҡ та түгел. Туймазы ҡалаһы эргәһендәге ҡола ялан майҙанда ике ай эсендә генә заманса медицина учреждениеһы ҡалҡып сыҡҡан. Объектты сафҡа индереүгә республика ҡаҙнаһынан 1 миллиард 800 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән.
9 мең квадрат метр майҙанды биләгән Туймазы ковид госпитале заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған, бында хатта санитар авиация өсөн вертолет майҙансығы ла ҡаралған. Медицина учреждениеһын асыу тантанаһында видеобәйләнеш аша ҡатнашҡан Мәскәү вәкилдәре әйтеүенсә, Башҡортостандың медицина системаһы тотош ил төбәктәре өсөн өлгө булып тора.
Медицина учреждениеһы бар талаптаға яуап бирә. Бында диагностика, зарарһыҙландырыу бүлексәләре, экспресс лаборатория, ультратауыш, функциональ диагностика, эндоскопия кабинеттары, диспетчер хеҙмәте ҡаралған. Бөтәһе 50 палата, уларҙың унауһы реанимацияға эләккәндәр өсөн.
Был объект Туймазы районы өсөн генә түгел, тотош төбәк өсөн оло әһәмиәткә эйә. Табиптар әйтеүенсә, медицина учреждениеһы хеҙмәтләндереү сифатын күпкә яҡшырта.
Медицина учреждениеһын ваҡытында, сифатлы итеп файҙаланыуға тапшырған төҙөүселәргә һәм халыҡ сәләмәтлеге һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәренә бөгөн дәүләт наградалары тапшырылды. Туймазы дауаханаһында 20 йылдан ашыу эшләйем, хеҙмәтемде юғары баһалағандарына рәхмәт, ти шәфҡәт туташы Гөлназ Фәхрисламова.
Туймазылағы медицина учреждениеһы республикала сафҡа индерелгән өсөнсө ковид госпиталь. Объект рекордлы ҡыҫҡа мөҙҙәттә файҙаланыуға тапшырылған. Бында проект тағы ла камиллаштырылған, етешһеҙлектәр бөтөрөлгән.
Туймазы ковид госпитале тәүге пациенттарын 20 мартта ҡабул итә. Әйткәндәй, ҡурай формаһындағы был медицина учреждениеһына илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡыҙыҡһыныу ҙур. Башҡортостан проекты менән Силәбелә һәм Ырымбурҙа госпиталдәр төҙөлә. Тағы ошондай типтағы ике инфекция үҙәге Белгород өлкәһендә һәм Калугала сафҡа индерелә.
Рәмзиә Кәримова