Ил төбәктәре араһында республика 7-се урында килә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХөкүмәт йортонда үткән Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының коллегия ултырышында үткән йылға йомғаҡ яһалып, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар мәсьәләһен хәл итеү юлдары ҡаралды.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Затон биҫтәһендәге "Интеграл" компанияһы төҙөгөн проблемалы объекттар буйынса компенсация түләү ҡарары ҡабул ителде. Әлеге ваҡытта республикала 81 проблемалы йорт иҫәпләнә, уларҙа 4 меңдән ашыу өлөшсө зыян күргән. Мәсьәләне 2023 йыл аҙағына тиклем хәл итеү күҙаллана.
Көн тәртибендә шулай уҡ авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәр һорауы ла ҡаралды. Уны хәл итеү һәм биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү өсөн төҙөлөш компанияларына участкалар бүлеү зарур, тигән фекерҙә төбәк етәкселеге. Ә бына төҙөлә башлаған объекттарҙы финанслау шул уҡ кимәлдә ҡаласаҡ. Әткәндәй, ҡайһы бер объекттарҙы сафҡа индереү әҙерәк һуңлауы ла ихтимал. Был төҙөлөш материалдарына хаҡ артыуына бәйле.
Әлфинә Килдейәрова