Бөгөн Өфөлә белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында саңғы ярыштары үтте

Ул сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, коллективтың ялын ойоштороу һәм профсоюз спорт йолаларын һаҡлау маҡсатында уҙғарылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шәмбе иртәһенең һалҡынса тороуына ҡарамаҫтан Гастелло исемендәге паркка баш ҡаланың барлыҡ райондарынан да мәғариф учреждениелары вәкилдәре йыйылды. Үҙ көсөн һынап ҡарау өсөн стартҡа мәғариф ойошмалары етәкселәре, педагогтар һәм уларҙың ғаиләләре баҫты. Ярыштар программаһына ғаилә эстафетаһы, төрлө төркөмдәрҙә ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы уҙыштары индерелгән ине.

Саңғы фестивале, ғәҙәттәгесә, Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамында уҙғарылды. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр һәм призерҙарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Илдар Байбулатов