Башҡортостандың милли музейында балалар өсөн этник уйын формаһында осрашыуҙар үтә. Ғалим-этнограф Сәлимә Усманованан балалар өсөн тәғәйенләнгән этнографик дәрес-уйындар хаҡында киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЭтно-кидс проекты балаларҙы башҡорт халҡының тарихын, көнитмешен, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Быға тиклем экология темаларын яҡтыртһалар, март айынан малай-ҡыҙҙар башҡорт халҡының тарихи үткәне хаҡында мәғлүмәт туплай, ҡыҙыҡлы белемдәргә эйә була ала.
Сәлимә Усманованан этнодәрестәрҙә Мәскәү ҡунаҡтары ла ҡатнашты. Әлфиә Бочкарева Башҡортостандың милли музейына үҙенселекле дәрестәргә балаларын да алып килгән.Танып-белеү экскурсиялары балаларҙың ғилем офоҡтарын киңәйтеүҙән тыш, хис-тойғолар менән дә байытҡан.
Ял көнөндә ата-әсәләре менән милли музейға килгән балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө яуаптар алды, мауыҡтырғыс уйындарҙа ҡатнашып онотолмаҫ тәьҫораттар алды, башҡорт өҫтәлендә ҡунаҡтар өсөн әҙерләгән һый татлы сәк-сәкте тәмләп ҡараны.
Өйгә ҡайтҡас, әсәй-өләсәйҙәре менән был тәмле ризыҡты мотлаҡ бешерәсәкбеҙ, тип вәғәҙәләне. Башҡортостандың милли музейы балалар һәм уларҙың ата-әсәләрен этнографияға арналған дәрес-экскурсияларға һәр шәмбе һәм йәкшәмбе иртәнге 11-ҙән киске алтынсы яртыға тиклем көтөп ҡала.
Һәр шәмбе һайын ғаиләләр милли музейға балалары менән бергә килә ала. Ғалим-этнографтар малай-ҡыҙҙарҙы уйын формаһында дәрестәр үткәрә. Был дәрестәрҙә балалар башҡорт халҡының этнографияһы, тарихы менән ҡыҙыҡһына, башҡорт донъяһы хаҡында белемдәрен нығыта.
Гүзәл Борханова