Боҙҙар китә, балыҡсыларҙы һәләк итә...

Өфө ярымутрауында өс йылға бассейны урынлашҡан. Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре яҙғы ташҡындар башланып, балыҡ ҡармаҡлау миҙгеле тамамланғансы балыҡсыларҙы бәлә-ҡазанан иҫкәртеү маҡсатында даими рейдтарға сыға. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәүефле статистиканы тик боҙ өҫтөндә үҙеңде ипле тотоп ҡына кәметергә мөмкин тигән фекерҙә ярты быуат буйына балыҡсы шөғөләнә тоғро булған Валерий Кузьмин. Йыл һайын тиерлек яҙғы йоҡа һәм ышанысһыҙ боҙ кеше үлеменә сәбәпсе була. Был исемлектә йыш ҡына ата-әсәһенән тыш йылға буйҙарында йөрөгән бала-саға һәм үҙ ғүмерен хафаға ҡуйып, йоҡарған боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлаусылар эләгә.

Балыҡ тотоуҙа тәжрибәм ярайһы, шуға ла ағым көслө булған ергә яҡын да килмәйем, тәжрибәһеҙ йәштәр генә һыу йырындарында балыҡ ҡармаҡлап бәләгә тарыуы ихтимал.

Валерий Кузьмин, балыҡсы

Боҙ өҫтөндә кешеләр иғтибарлы булырға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә бурыслы. Инструкторҙар рейд барышында балыҡсыларға һыу буйында үҙҙәрен нисек тоторға тейешлеге хаҡында иҫкәрмәләр ҙә таратты.

Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма тигәндән, беҙ боҙҙо бырау ярҙамында уйым тишеп, тикшереп ҡарарға булдыҡ. Күреүегеҙсә боҙҙоң ҡалынлығы 70 сантиметр тәшкил итә, ә өҫкө 20 cантиметр ҡатлам бөтөләй йомшарып, ошонда епшек хәлгә еткән. Балыҡсылар күпселек осраҡта боҙ ҡалын әле тип яҙғы һалҡын торған көндәрҙә балыҡ ҡармаҡларға сығырға ынтыла.

Эсәр һыуҙарҙа кеше өсөн 10 сантиметр, ә тоҙло һыуҙарҙа 15 сантиметр ҡалынлығындағы боҙ хәүефһеҙ һанала. Йылға бөгөлдәрендә һәм ҡушылған, ҡар һыуҙары ағып төшкән ерҙәрҙә һыу үҫемлектәре булған ерҙә боҙ ҡатламы йоҡа була. Һауа торошо өс көн дауамында ноль градусты күрһәткәндә боҙ тығыҙлығы 25 процентҡа тиклем кәмей тип, билдәләй белгестәр.

Тиҙҙән яҙғы ташҡын башланасаҡ. Әле көндәр бер ни тиклем һыуыҡ торһа ла, яҙ ваҡытында килә. Ҡапыл иретеп, көндәр йылына башлауына, балыҡсылар экстремаль хәлдә юғалып ҡалмаһын тип профилактик рейдтар барышында аңлатыу эштәре алып барабыҙ.

Яна Калинина, Өфө граждандарҙы яҡлау идаралығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Профессионалдар яҙғы боҙ ышаныслымы-түгелме икәнлеген күҙ ҡарашы менән дә айыра ала. Әммә нисек кенә булмаһын, яҙғы боҙға яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанырға ярамай. Шуға ла балаларҙы яңғыҙ боҙ шыуырға ебәрмәҫкә, балыҡсыларға уяу һәм һаҡ булырға, боҙ өҫтөндә һикерергә,һыу йырындарына яҡын урында балыҡ ҡармаҡламаҫҡа кәңәш итә Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре.

Гүзәл Борханова