Асҡын районының Мутайылға ауылында көтөп алынған фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде. Модулле ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. 38 йыл элек Бөрө медицина колледжын тамамлағандан һуң, Фәүиә Ниғмәтйән ҡыҙы Мутайылға ауылына фельдшер булып эшкә килә. Ләкин хеҙмәт шарттары еңелдән булмай. 1965 йылда төҙлөгән ФАП-ты утын менән йылытып торорға, пациенттарҙы ҡабул итеү араһында һыу ташырға тура килә.
Яңы ФАП-тың асылыуы барыһы өсөн дә ысын байрамға әүерелде. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева әйтеүенсә, ауыл халҡы объекттың төҙөлөүен ҙур түҙемһеҙлек менән көткән.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү былтыр сентябрҙә башлана, подрядсы ойошма төрлө етешһеҙлектәрҙе бөтөргәс кенә файҙаланыуға тапшырыла. Бинала пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, көтөү урыны, санитар һәм персонал өсөн сисенеү бүлмәләре ҡаралған.
Яңы асылған ФАП һанлы медицина ҡоролмалары менән йыһазладырыласаҡ. Уның яраҙмында пациентҡа яһалған электр кардиограммаһы яҙмаһы шунда уҡ кардиология үҙәгенә китәсәк. Был ғүмерҙе ҡотҡарыу өсөн ауырыуҙы тиҙ арала дауаханаға илтергә, тәүге ярҙам күрһәтергә мөмкинлек тыуҙыра тигән һүҙ.
Әлфинә Килдейәрова