Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Алтын битлек» фестивалендә ҡатнаша

Артистар Ҙур театр сәхнәһендә “Яңы тормош” операһын ҡуйҙы. Әҫәр мөхәббәт көсө тураһында, ти Башҡортостандың халыҡ артисы Диләрә Иҙрисова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Алтын битлек” театр премияһы һәм фестивале генераль директоры Мария Ревякина әйтеүенсә, Башҡортостан ижадсылары ҡатмарлы әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереүҙән ҡурҡмай. “Яңы тормош” операһы “Алтын битлек” театр премияһына дәғүә итә. Жюри ағзалары дирижер, режиссер, композитор, рәссам һәм яҡтылыҡ буйынса рәссам эштәрен баһалай.