Быға социаль селтәр ҡараған «Мета» ойошмаһының ил хәрбиҙәренә ҡарата көс ҡулланыуға саҡырған яҙыуҙарҙы тыймаҫҡа тигән ҡарары сәбәпсе булды. Илдә 61 миллион ҡулланыусының аккаунттары сикләнгәне билдәле, әммә сайтта ултырыусылар юҡ түгел. 11 март Тәфтиш комитеты Цукерберг корпорацияһын экстремистик ойошма тип танырға тәҡдим итте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтОсраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәүгеләрҙән булып Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Инстаграмда үҙ битен юйыуы тураһында хәбәр иткәйне. Интернет ҡулланыусыларҙы ул «Бәйләнештә», «Синыфташтар» һәм «Телеграмм» дағы сәхифәләрендә аралашырға саҡырҙы.
Башҡортостан башлығы позицияһын республиканың башҡа дәүләт хеҙмәткәрҙәре лә хупланы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та «Мета» ойошмаһына ҡараған «Фейсбук» социаль селтәрен ҡалдырыуы тураһында белдергәйне.
Ә Стәрлетамаҡ мэры Рөстәм Ғәзизов та, Инстаграмдағы аккаунтын 11 мартта уҡ юйып, башҡа социаль селтәрҙәргә күскән. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев үҙ сәхифәһен «Тикток»та үҫтерә.
Рәзилә Ғиниәтуллина