Һуңғы тәүлектә хәүеле сир 1702 осраҡта раҫланған. Ауырыу үткәре-селәрҙең дөйөм һаны 260 меңдән ашты. Стационарҙарҙа 189 пациент, уларҙың 27-һе ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 4 кеше.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨй шарттарында 29 мең самаһы кеше дауалана, һуңғы тәүлектә уларҙың 1800-ҙән ашыуы һауыҡҡан. Коронавирустан 5 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланған көндән ковид ҡорбандары иҫәбе 5 мең ярымға яҡынлай.
Вакциналау ҙа дауам итә. 2 миллион 355 меңдән ашыу кеше прививкалауҙы тулыһынса тамамлаған. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакцина ҡаҙатырға тейешле халыҡтың яҡынса 95 проценты. Һуңғы тәүлектә 107 кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Башҡортостанға барлығы 3 миллион дозаға яҡын вакцина килтерелгән.