Башҡортостанда фәҡирҙәр һаны ике тапҡырға кәмей

2030 йылға тиклем ошондай бурыс ҡуйылды. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан  хәбәр итеүҙәренсә, республикала адреслы социаль ярҙам буйынса  проект һынала. Уға ярашлы, ауыр хәллеләр дәүләт менән социаль контракт төҙөй. Ундайҙарға эш табыу, яңы һөнәр өйрәнеү, эш башлау өсөн аҡса бирелә.  Быйыл проект өсөн  580 миллион һум бүленгән. Уҙған йылда Башҡортостанда 20 меңдән ашыу кеше адреслы социаль ярҙам алған. Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, адреслы программа буйынса республика һәм федераль ҡаҙналарҙан 487 миллион һум тотонолған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова граждандар һорауҙарына яуап бирә. 15 сәғәттә башланған тура элемтә республика хөкүмәтенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми сайтында “Аңлатабыҙ.Башҡортостан” проекты һәм Республика менән идара итеү үҙәге ҡатнашлығында ойошторола.